Байрам сараһының тантаналы өлөшөн район хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев асты. Һөнәре менән айырылып торған, йәмәғәт эшмәкәрлегендә һәм гуманитар ярҙам йыйыуҙа әүҙем ҡатнашҡан бәләбәйҙәргә лайыҡлы наградалар тапшырҙы. Ул шулай уҡ яу яландарында һәләк булған геройҙар иҫтәлегенә бер минут тынлыҡ иғлан итте.
Сарала ҡатнашыусыларҙы шулай уҡ БР Дәүләт Йыйылышының дәүләт төҙөлөшө һәм урындағы үҙидара буйынса комитеты рәйесе Владимир Нагорный ҡотланы. Ул район хеҙмәтсәндәрен почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләне.
Айырыуса махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәргә, уларҙың ғаиләләренә, ирекмәндәргә һәм МХО-ға ярҙам итеүселәргә йылы һүҙҙәр яңғыраны. Бәләбәй ҡалаһы, Бәләбәй һәм Йәрмәкәй райондарының хәрби комиссары Рөстәм Сәхәбов һәләк булғандарҙың туғандарына наградалар тапшырҙы. Был тулҡынландырғыс тантана бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Тамашасылар сәхнәгә сыҡҡан һәр кемде оҙайлы алҡыштарға күмде.
Был көндө сәхнәнән һалдаттарҙың батырлыҡтары, Тыуған илгә һөйөү һәм рус халҡының көсө тураһында шиғри һәм музыкаль әҫәрҙәр яңғыраны. Халыҡ йырҙары, хореография номерҙары һәм театр тамашалары кисә ҡунаҡтары өсөн күңелле музыкаль сюрприз булды. Программала Бәләбәй районының иң яҡшы солистары һәм ижади коллективтары ҡатнашты.
Байрам концерты Ватанды һаҡлаусыларға рәхмәт белдереү мөмкинлеге бирҙе, уларға батырлыҡтары, ҡаһарманлыҡтары һәм хеҙмәткә тоғролоҡтары өсөн хөрмәт, йылылыҡ бүләк итте.
Елена Петрова фотолары