Байрамдар
19 Май , 06:00

Киләһе эш аҙнаһы ҡыҫҡа була

Шаршамбы, 27 майҙа, республикала эшләмәгән байрам көнө булып иҫәпләнгән Ҡорбан байрамы билдәләнә. Шишәмбе, 26 майҙа, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара.

Киләһе эш аҙнаһы ҡыҫҡа булаКиләһе эш аҙнаһы ҡыҫҡа була
Киләһе эш аҙнаһы ҡыҫҡа була

Йыллыҡ түләүле отпуск бирелгәндә 27 май ялдың календарь көндәре иҫәбенә индерелмәй, йәғни отпуск бер көнгә оҙайтыла.

Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе урынбаҫары Оксана Ванскова билдәләүенсә, Ҡорбан  байрамында (график буйынса, вахта һәм башҡа) мәшғүл хеҙмәткәрҙәр өсөн икеләтә күләмдә эш хаҡы ҡаралған (Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 153-сө статьяһы). 27 май ял көнө булған хеҙмәткәрҙе эшкә йәлеп итеү, бер нисә осраҡтан тыш (РФ Хеҙмәт кодексының 113-сө статьяһы), уның яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә, түләү икеләтә күләмдә башҡарыла йәки башҡа ял  көнө бирелә.

Шул уҡ ваҡытта тейешле бойороҡ һәм уның яҙма ризалығы булмаһа, хеҙмәткәрҙең ял көнөндә эшләүҙән баш тартырға хоҡуҡлы булыуы билдәләнә.

Автор:Светлана Шириня
Читайте нас