

Сараны музейҙың ғилми хеҙмәткәре Галина Кузнецова алып барҙы. Осрашыу ҡунаҡтары ысын тарихи экскурс яһап, илебеҙҙең һәм Бәләбәйҙең үткәненең мөһим биттәрен хәтергә төшөрҙө, ҡала тарихы менән бәйле ҡыҙыҡлы факттарҙы һәм исемдәрҙе иҫкә алды.
Бәләбәй районының пионер ойошмаһы тураһындағы архив мәғлүмәттәре сарала ҡатнашыусыларҙа айырыуса ҡыҙыҡһыныу уятты. Докладтарҙың береһендә шулай тиелә: «1983 йылда Бәләбәй районында 17 пионер дружинаһы, 117 пионер отряды, 5 меңдән ашыу пионер булған. Улар 177 тонна макулатура, 96 тонна металл һыныҡтары, 23 килограмм дарыу үләндәре йыйҙы, 7 аллея ағас ултыртты...».
Райондың ветерандар советы рәйесе урынбаҫары Гүзәл Ишниязова бынан алдағы уҙғарылған сараларҙың фотослайдтарын күрһәтте. Унда Пионерия байрамында хәҙерге балалар һәм пенсионер-пионерҙар ҡатнашҡан.
Сыуашстан Яҙыусылар союзы ағзаһы Лидия Александровна Мәүлитова-Шурзьол үҙенең шиғырҙарын уҡыны.
Осрашыу йылы, күңелле үтте. Сарала ҡатнашыусылар мәктәп йылдары, пионер линейкалары, походтар һәм ҡыҙыҡлы ваҡиғалар тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты.
Сара пионерия гимнын башҡарыу һәм иҫтәлеккә фотоға төшөү менән тамамланды.
Автор фотолары