

Ҡунаҡтарҙың, директор һәм ата-әсәләрҙең сығыштары, беренсе класс уҡыусыларының тәбрикләү һүҙҙәре һәм алдағы тормошҡа теләктәре менән тантаналы линейка, һауа шарҙары һәм йөҙҙәрсә гөлләмәләр – байрамдың айырылғыһыҙ билдәләре. 314 ун беренсе һәм 1185 туғыҙынсы класс уҡыусылары өсөн һуңғы ҡыңғырауҙар яңғыраны.
Сара Бәләбәй ҡалаһының 15-се мәктәбендә лә ойошторолдо. Бында, райондың барлыҡ мәктәптәрендәге кеүек үк, байрам һәм шатлыҡ-ҡыуаныс халәте хөкөм һөрҙө. Мәктәпте тамамлауслар, уҡытыусылар һәм ата-әсәләр һәр кем өсөн мөһим булған тормош этабын билдәләү өсөн берләште.
Елена Петрованың фоторепортажы