Байрамдар
27 Мая , 07:00

25 йыл мәҙәниәткә хеҙмәт итә

27 майҙа Рәсәйҙә Китапханасы көнө билдәләнә. Ул көндө беҙ ғүмерҙәрен китаптарға һәм мәғрифәткә бағышлаған кешеләрҙе ҙур хөрмәтменән иҫкә алабыҙ. Бөгөн беҙҙең мәҡәләбеҙ – Аксаков ауылы мәҙәниәтенә 25 йыл хеҙмәт иткән, шуларҙың 18  йылы – китапханасы сифатында, Айгөл Илдур ҡыҙы Фәйезова хаҡында.

25 йыл мәҙәниәткә хеҙмәт итә25 йыл мәҙәниәткә хеҙмәт итә
25 йыл мәҙәниәткә хеҙмәт итә

Айгөл Илдур ҡыҙы мәҙәниәт өлкәһендәге юлын 2001 йылда Надеждин ауыл клубы мөдире булараҡ башлай. 2005 йылда Надеждин ауылында китапхананы етәкләй, һуңыраҡ Аксаков ауыл мәҙәниәт йорто директоры булып эшләй. 2015 йылдан Аксаков ауыл китапханаһында.

Аксаков китапханаһы – Бәләбәй районының ауыл китапханалары араһында иң ҙуры. Бында:

  • бөтә йәштәге 1500-ҙән ашыу китап уҡыусы иҫәпләнә;
  • китап фонды - 30 000 китап;
  • «Осрашыу» һәм «Почемучки» клубтары эшләй;
  • «Китапхана – ял һәм ижад үҙәге», «Кесе тыуған ил: тарих һәм хәҙерге заман» проекттары тормошҡа ашырыла.

2025 йылда 136 сара үткәрелгән, уларҙа 2 000-гә яҡын кеше ҡатнашҡан. 2023 йылда китапхана Ауыл мәҙәниәт учреждениеларына ярҙам итеү республика конкурсында еңеүсе булды («Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә).

Уҡыусылар бында китаптар өсөн генә түгел, ә аралашыу, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар, патриотик дәрестәр, әҙәби уҡыуҙар һәм байрамдар өсөн дә килә.

Айгөл Фәйезова - күп балалы әсә, сәскә үҫтереүсе һәм баҡсасы, тегеү һәм бәйләү оҫтаһы. Ире Фәтих менән бергә дүрт бала тәрбиәләйҙәр.

«Ғаилә-минең тыл. Яныңда яратҡан кешеләр булғанда, был башҡаларға файҙалы нәмәләр эшләргә көс бирә», - ти Айгөл Илдур ҡыҙы.

25 йыл мәҙәниәткә хеҙмәт итә
25 йыл мәҙәниәткә хеҙмәт итә
Автор:Регина Иванова
Читайте нас