

– Былтыр беҙ «һынау аҙымы» яһаныҡ һәм был байрамдың кәрәклеген аңланыҡ. Шуға күрә уны ҡабатларға ҡарар иттек. Сараның бағыусыһы Наталья Федотова, әйҙәгеҙ, уны сәләмләйек. Бөтәһенә лә һаулыҡ һәм бәхет теләйем, барыһы ла яҡшы буласаҡ, – тине Александр Сергеевич.
Быйыл фестивалдә 17 пар игеҙәк һәм ике өс игеҙәк ҡатнашты. Улар араһында балалар ҙа, өлкәндәр ҙә бар.
Байрамда ҡатнашыусы игеҙәктәр тамашасыларҙы үҙҙәренең таланттары һәм һөйкөмлөлөктәре менән ҡыуандырҙы. Улар шиғырҙар уҡый, йырлай, музыка ҡоралдарында уйнай, сығыштар алҡыштар менән оҙатыла.
Сарала ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар өсөн оҫталар йәрминкәһе һәм пластилиндан уйынсыҡтар эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе эшләне. Аквагримерҙар балаларҙы сағыу һүрәттәр менән ҡыуандырҙы.
Елена Петрова фотолары