

27 майҙан 1 июнгә тиклем Өфөлә «ЭХО БДФ» Ҙур Балалар Фестиваленең махсус программаһы – РФ халыҡ артисы Сергей Безруков етәкселегендә “ЭХО БДФ Башҡортостан Республикаһы” эшләне.
Программа 7000 кешене солғаны. Улар спектаклдәргә, нәфис һәм анимациялы фильмдарға, Өфөнөң 11 майҙансығында үткән сараларға килде. Программаға 19 тамашалы сара, 92 махсус йүнәлешле сара ингәйне.
Программа Мәскәү Губерна театрының “Бәләкәй принц” музыкаль әкиәте менән асылды. Төп ролде Сергей Безруков башҡарҙы, спектаклде Мәскәү Губерна театрының баш дирижеры Сергей Пащенко етәкселегендәге оркестр музыкаль яҡтан биҙәне.
Театраль программаға Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан, Тверь, Омск, Ульяновск ҡалалары театрҙары күрһәткән 7 спектакль инде. Уларҙы 5700 тамашасы ҡараны. Театр афишаһында шулай уҡ Башҡортостан театрҙарының 6 тамашаһы ла бар ине.
Ҙур Балалар Фестивале лауреаттары булған спектаклдәр:
«Я, бабушка, Илико и Илларион» (Театр «Созвездие-Йолдызлык», Казань),
«Каштанка» (Московский театр кукол),
«Манолито Очкарик» (Омский областной театр юных зрителей имени ХХ-летия Ленинского комсомола),
«Вафельное сердце» (Санкт-Петербургский театр «Кукольный формат (КУКФО)»,
«Людвиг XIV и Тутта единственная» (Тверской театр юного зрителя),
«Школа для дураков» (Ульяновский драматический театр имени И.А. Гончарова),
«Приключения Рустема» (Казанский Татарский государственный театр юного зрителя имени Габдуллы Кариева).
Өфө театрҙары спектаклдәре:
«Чудеса у Лукоморья» (Уфимский государственный татарский театр «Нур»),
«Аладдин» (Национальный молодежный театр Республики Башкортостан им. М. Карима),
«Играем Пушкина: Царевна-Лебедь» (Национальный молодежный театр Республики Башкортостан им. М. Карима),
«Руслан и Людмила» (Башкирский государственный театр кукол),
«Летучий корабль» (Башкирский академический театр драмы им. М. Гафури),
«Горе от ума» (Государственный академический русский драматический театр Республики Башкортостан).
Фестивалдең БДФ Кино һәм БДФ Анимация йүнәлештәре “Родина” кинотеатрында түләүһеҙ кинолар һәм йәнһүрәттәр ҡуйҙы. Уларға 850 кеше килде. Тамашасылар Ҙур Балалар Фестивале лауреаты булған «Мой дикий друг», «Хоккейные папы», Календарь ма(й)я» фильмдарын, «Финник»,«Три богатыря и Пуп Земли» йәнһүрәттәрен ҡараны.
БДФ Китап йүнәлешендәге ваҡиғалар – яҙыусылар Евгения Русинова, Юлия Весова, Ольга Лишина, иллюстратор Леся Уланова менән ижади осрашыуҙар һәм әҙәби оҫтаханалар – әҙәбиәт һөйгән 400 баланы йәлеп итте. Ике көндә спикерҙар ике майҙансыҡта 13 сара үткәрҙе.
БДФ Оҫтаханалар Өфөлә күләмле үтте. Тәүге тапҡыр был программа ике майҙансыҡта эшләне. Уларҙа 218 үҫмер һәм бала ҡатнашты. Р. Нуриев исемендәге Башҡорт хореография училищеһында сәхнә ғилеме оҫталары Анна Гилунова, Евгений Астафуров, Анна Решетникова, Аделина Сапаева эшләне, ә Өфө балалар филармонияһында Дмитрий Платонов, Юрий Смирнов, Елена Стефанко, Владимир Беляйкин шөғөлләнде.
БДФ Ағартыу йүнәлеше мәҙәни өлкәнең 88 менеджерын берләштерҙе. Театр, музей, филармония, китапхана, сәнғәт мәктәбе, мәҙәниәт йорто етәкселәре һәм белгестәре үҙҙәренең эшендә ҙур ярҙам булырҙай лекциялар тыңланы. Улар алдында Маша Лефлер, Максим Шелунцов, Юлия Юдина, Ирина Юдина кеүек танылған белгестәр сығыш яһаны.
М. Ғарфури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә БДФ Мәктәп өс көнлөк программаһы тормошҡа ашырылды. Унда балалар студиялары режиссерҙары, әҙәбиәт уҡытыусылары, тәрбиә буйынса кәңәшселәр, синыф етәкселәре – сәхнәгә ҡағылышы булған 46 педагог әҙерлек үтте. Билдәле режиссерҙар һәм педагогтар Антон Ткаченко, Алина Кушим, Елена Дементьева спикер булды.
***
«ЭХО БДФ Башҡортостан Республикаһы» махсус проекты Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ярҙамында тормошҡа ашырылды. Ойоштороусылар – Сергей Безруковтың социомәҙәни проекттарға ярҙам итеү һәм үҫтереү фонды, Мәскәү Губерна театры. Ойошторошоусылар – Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры.
Ҙур Балалар Фестивале “Ғаилә “ милли проектына индерелгән һәм Рәсәй Федерацияһының Мәҙәниәт министрлығы һәм Президенттың мәҙәни башланғыстар фонды ярҙамында “Кесе Ватан мәҙәниәте” федераль партия проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә үткәрелә.
Мәғлүмәт һәм фото: БДФ матбуғат хеҙмәте.