Байрамдар
12 Июня , 05:00

«Ғорурланам һинең менән, Рәсәйем!»

«Йырсы шишмәләр» паркында Рәсәй көнөнә арналған байрам программаһы ойошторолдо.

«Ғорурланам һинең менән, Рәсәйем!»«Ғорурланам һинең менән, Рәсәйем!»
«Ғорурланам һинең менән, Рәсәйем!»

Бөгөн, 12 июндә, иң мөһим дәүләт байрамдарының береһен билдәләйбеҙ. Ул милли берҙәмлекте, граждандар тыныслығын һәм хәҙерге Рәсәй тарихында яңы дәүерҙең башланыуын символлаштыра. Был көн илде ихлас яратҡан, уның үҙенсәлекле тарихын һәм бай мәҙәни мираҫын ҡәҙерләгән кешеләрҙең барыһын берләштерә.

Тиҫтәләрсә өлкәндәр һәм балалар яратҡан Ватаныбыҙға берҙәмлегебеҙҙе һәм һөйөүебеҙҙе күрһәтеү өсөн «Бублик» амфитетарына йыйылды.

«Урал батыр» милли-мәҙәни һарайының ижади коллективтары һәм солистары тамашасыларҙы сағыу һәм бай программа менән ҡыуандырҙы. Һәләтле артистар Рәсәйҙең матурлығын һәм бөйөклөгөн данлаған әҫәрҙәр башҡарҙы.

«Тиҫтер» йәштәр сәйәсәте учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре теләгәндәр өсөн мауыҡтырғыс тематик майҙансыҡтар ойошторҙо. Сарала ҡатнашыусылар хәрби кейем һәм ҡорал менән таныша, «Триколор» акцияһында ҡатнаша алды. Балалар һәм өлкәндәр ҙур теләк менән күңелле уйындарҙа, викториналарҙа һәм конкурстарҙа ҡатнашты. Шулай уҡ аквагрим һәм фотозона нөктәләре лә эшләне.

Сара ҡунаҡтары онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар һәм яҡшы кәйеф алды.

Елена Петрова фотолары

«Ғорурланам һинең менән, Рәсәйем!»
«Ғорурланам һинең менән, Рәсәйем!»
«Ғорурланам һинең менән, Рәсәйем!»
«Ғорурланам һинең менән, Рәсәйем!»
«Ғорурланам һинең менән, Рәсәйем!»
«Ғорурланам һинең менән, Рәсәйем!»
«Ғорурланам һинең менән, Рәсәйем!»
«Ғорурланам һинең менән, Рәсәйем!»
Автор:Светлана Прокофьева
Читайте нас