

Мәктәп йылдары аҙағына яҡынлашҡанда, мәктәпте тамамлаусылар алдында оло тормошҡа байтаҡ юлдар асыла. Тик берҙе генә һайларға кәрәк. Бында яңылышмаҫҡа һәм үҙеңә ысынлап ҡыҙыҡлы һөнәр һайларға кәрәк. Бындай аҙым тормошта үҙ урыныңды табыуға һәм һөнәри үҫешкә асҡыс булып торасаҡ. Ниңә Зөлфиә ундай еңел булмаған юлды һайлаған һуң?
– Был аңлы ҡарар булды. Медицина мине һәр ваҡыт йәлеп итте. Бәлки, өлкәндәрҙең дә фекере йоғонто яһағандыр. Өләсәйем һәр ғаиләнең үҙенең табибы булырға тейеш тип иҫәпләй ине, - тип аңлатты ул.
Бәләбәй медицина училищеһын тамамлағандан һуң ул Туҙлыҡыуыш фельдшер-акушерлыҡ пункты фельдшеры булып эшләй. Һуңынан 28 йылдан ашыу балалар поликлиникаһында, балалар мәғариф учреждениелары буйынса шәфҡәт туташы вазифаһында, поликлиниканың өлкән шәфҡәт туташы вазифаһында эшләй.
– Минең өсөн был һөнәр бик мөһим. Эш кешеләргә ҡарата хәстәрлек, ярҙам һәм иғтибар менән бәйле, ул күп көс талап итә. Шәфҡәт туташы һәр саҡ тыныс булып ҡалырға һәм хис-тойғоларға бирелмәҫкә тейеш. Бәләкәй пациенттар менән эшләү икеләтә яуаплы, - тип билдәләй мәҡәлә геройы.
Әлеге ваҡытта ул Бәләбәй үҙәк район дауаханаһының баш шәфҡәт туташы булып эшләй.
– Зөлфиә Мәннәнова - тәжрибәле профессионал, шәфҡәт туташы эшен ойоштороусы, үҙенә һәм тирә-йүндәгеләргә ҡарата бик талапсан. Уның эше урта һәм кесе медицина персоналының юғары кимәлдә медицина ярҙамы күрһәтеүенә йүнәлтелгән, - тип уртаҡлашты Үҙәк район дауаханаһының кадрҙар бүлеге начальнигы Марина Ильичёва.
Күп йыллыҡ һөҙөмтәле хеҙмәте һәм һөнәри оҫталығы өсөн Зөлфиә Мәннәнова Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Почет грамотаһы (2007 йыл), «Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы» (2018 йыл) наградалары менән бүләкләнгән. 2024 йылда Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министрының рәхмәт хаты тапшырылған.
Көндәлек бәләкәй еңеүҙәрҙән, көндәлек эштәрҙе башҡарыуҙан, ҡуйылған маҡсаттарға һәм бурыстарға өлгәшеүҙән уңышлы һөнәри юл барлыҡҡа килә.
«Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләү мөмкинлегенә ғорурланам.
Баш табип Р.Р. Ишмырҙин етәкселегендә Бәләбәй үҙәк район дауаханаһы коллективында эшләп, хеҙмәткәрҙәребеҙҙең ышаныслы булыуҙарын, оҫталыҡтары менән уртаҡлашырға әҙер булыуын, ярҙамға килергә ынтылыуын, коллегаларыбыҙға һәм пациенттарыбыҙға ихтирамлы мөнәсәбәтен, шулай уҡ эшкә бирелгәнлеген һәм һайлаған һөнәренә тоғролоғон билдәләп үтке килә», - тине Зөлфиә Тәбрис ҡыҙы.
Елена Петрованың фотоһы