

18 июндә Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров республика медицина берләшмәһенең 32 вәкиленә: табиптарға, шәфҡәт туташтарына һәм фельдшерҙарға наградалар тапшырҙы.
БР Ауыл хужалығы министрлығының колонналар залында үткән бүләкләү тантанаһында «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы» тигән маҡтаулы исем Бәләбәй үҙәк район дауаханаһы белгестәре - Вәлиева Әлфиә Рәүеф ҡыҙына - табип-инфекционист, Звиададзе Әсмәти Әмирән ҡыҙына - бүлек мөдире - табип-акушер-гинекологҡа бирелде.
– Медицинала осраҡлы кешеләр юҡ. Был юғары хеҙмәт – башҡаларҙың хәленә инә, үҙ өҫтөнә яуаплылыҡ ала, иң ауыр сменанан һуң да пациентҡа ярҙам итергә көс таба белгән кешеләрҙең өлөшө. Һеҙҙең һөнәрегеҙ эскерһеҙ хөрмәт һәм рәхмәт тойғоһо уята. Республиканың бөтә һаулыҡ һаҡлау ҡаҙаныштары һеҙҙең белемегеҙгә һәм тәжрибәгеҙгә, йоҡоһоҙ дежур итеүҙәргә һәм ярҙам итергә ихлас ынтылышығыҙға нигеҙләнә. Ысын күңелдән ныҡлы һаулыҡ, именлек, бәхет, яңы һөнәри уңыштар теләйем. Изге хеҙмәтегеҙ һәр саҡ кәрәк булһын һәм лайыҡлы баһаланһын, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды сәләмләү телмәрендә Андрей Назаров.