

"Өс йәйге сағыу көн. Бөйөк илебеҙҙең 78 төбәгенән 1000-дән ашыу талантлы йондоҙсоҡ. Һәм уларҙың сығыштарын күрергә насип булған меңәрләгән республика халҡы. Былар барыһы ла Өфөлә үткән III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы хаҡында.
Илебеҙ Президенты Владимир Владимирович Путиндың, Мәҙәниәт министрлығының, В.Д. Поленов исемендәге Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йортоноң ышанысы өсөн тағы бер тапҡыр рәхмәт белдерәм. Был ҙур сараны үткәреүҙә ҡатнашҡан бөтә хеҙмәттәргә - балалар хаҡында хәстәрлек күргән, бөтә процестарҙы тәьмин иткән, тыныслыҡты һәм тәртипте һаҡлағандарға - ҙур рәхмәт. Һәм, әлбиттә, йәш артистарға тағы ла бер тапҡыр күп милләтле, сағыу мәҙәниәтебеҙҙе һәм матур илебеҙҙе күрһәткәндәре өсөн рәхмәт", тип яҙҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәрендә.