Байрамдар
28 Июня , 07:00

«Баҡыр» фестивале көтә

11, 12 июлдә Башҡортостанда «Баҡыр»  фестивале үтә.

«Баҡыр» фестивале көтә«Баҡыр» фестивале көтә
«Баҡыр» фестивале көтә

 Ул Ишембай районының Верхотор ауылы менән Мәләүез районының Воскресенское  ауылдарында беренсе тапҡыр ойошторола, – тип хәбәр итә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә.

«Беҙҙең өсөн ул  сираттағы бер байрам ғына түгел. Башҡортостан биләмәһе –  тау заводтары цивилизацияһы үҙәге. Беҙҙә уникаль һәйкәлдәр күп, уларҙы һаҡларға бурыслыбыҙ. Бөгөн беҙ был урындарға яңы мәғәнә өҫтәйбеҙ, туристар өсөн уңайлыҡтар тыуҙырабыҙ», – тип яҙған Радий Хәбиров.

Воскресенкиҙа  фестиваль ҡунаҡтарын  боронғо фотографиялар  күргәҙмәһе, электрон музыка шоуы һәм асыҡ арт-зона  көтә. Верхоторҙа ойоштороусылар  һөнәрселек театры, тимерселәрҙең оҫталыҡ дәрестәрен һәм фәнни лекциялар әҙерләгән. Спортты һөйөүселәр лаун-теннис уйыны буйынса  турнир ҡарай ала

Фото: Радий Хәбировтың сәхифәһенән

Автор:
Читайте нас