

Изге Троицк кафедраль соборы һәм изге Петр менән Феврония һәйкәле янында меңдәрсә ғаилә йыйыласаҡ, тип хәбәр итә “Республика Башкортостан” гәзите.
Тантаналар халыҡ уйындарынан башланып кискә тиклем дауам итәсәк. Күргәҙмә зоналары, һөнәрселәр йәрминкәһе, гастрономия фестивале, милли уйындар менән майҙансыҡтар, «Һәр ваҡытҡа мода» карнавалы ҡунаҡтарҙы көтә. Теләгән һәр кем беҙҙең яугирҙарға теләктәшлек һүҙҙәрен яҙа ала.
Ошонда уҡ майҙанда йәш парҙарҙың никахлашыу һәм 50 йыл бергә ғүмер кисергән ғаиләләрҙе ҡотлау тантанаһы үтәсәк. Яҡшы өлгәшкән ғаиләләргә дәүләт наградалары тапшырыласаҡ.
Концерт программаһында Бөрө ҡалаһының ижади коллективтары ҡатнашасаҡ. Кисен сараға йыйылыусылар алдында атҡаҙанған артистар Әлиә һәм Ришат Төхвәтуллиндар, шулай уҡ яҡташыбыҙ Наҙгөл Отузова сығыш яһаясаҡ.
0+
Фото: Руслан Хәбибов / ВК.