

Сараны ойоштороусы – «Урал батыр» милли-мәҙәни һарайы. Байрамды Өҫән-Ивановка ауылы мәҙәниәт йортоноң «Талица» рус йыры халыҡ ансамбле (етәксеһе Елена Сакова) сығышы биҙәйәсәк. Программала: халыҡ уйындары, йолалар, әйлән-бәйлән, веноктар үреү һәм башҡа саралар.
«Иван Купала» фольклор байрамы көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана.
***
«Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө»
8 июлдә киске сәғәт 7-лә Бәләбәй ҡалаһындағы «Иҫке ҡала» үҙәгендә ҙур ғаилә байрамы ойошторола. «Урал батыр» милли-мәҙәни һарайы һәм «Тиҫтер» йәштәр сәйәсәте учреждениеһы коллективтары ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн бай программа әҙерләгән: байрам концерты, ҡыҙыҡлы оҫталыҡ дәрестәре, аквагрим һәм сағыу фотозона. Һөнәрселәр йәрминкәһендә оҫталар ҡулдан эшләнгән уникаль әйберҙәр тәҡдим итәсәк.
Был көн – ғаилә, туғандар һәм яҡындар менән ваҡыт уҙғарыу, бер-беребеҙгә йылылыҡ, хәстәрлек һәм иғтибар бүләк итеү өсөн бик яҡшы сәбәп. Күңелдәрегеҙҙә ул яҡты иҫтәлектәр ҡалдырһын!