Байрамдар
9 Июля , 10:00

Ғаилә йолаларының йылыһы

8 июлдә Рәсәйҙә изге Петр һәм Феврония иҫтәлегенә арналған Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө билдәләнде. Был көндө Бәләбәй ҡалаһындағы «Боронғо ҡала» үҙәгендә ҙур ғаилә байрамы үтте. Яҡындары, туғандары һәм дуҫтары менән бергә йыйылып, ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары бер-береһенә мөхәббәт, хәстәрлек һәм иғтибар өсөн рәхмәт белдерҙе. Күптәр өсөн был ваҡиға йылы ғаилә йолаһына әүерелде.

Ғаилә йолаларының йылыһыҒаилә йолаларының йылыһы
Ғаилә йолаларының йылыһы

Байрам менән сараға йыйылғандарҙы Бәләбәй районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Рафаэль Вәлиев ҡотланы һәм Манғоловтарға Рәсәй Федерацияһында Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөн уҙғарыу буйынса ойоштороу комитетынан «Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн» миҙалын тапшырҙы. Валерий Петрович менән Татьяна Николаевна был награданы үҙ-ара мөхәббәткә һәм тоғролоҡҡа нигеҙләнгән ғаилә ныҡлығы, шулай уҡ балаларҙы лайыҡлы тәрбиәләгәндәре өсөн алды.

Социаль үҫеш идаралығының физик культура һәм спорт бүлеге начальнигы Рәмил Насиров күп балалы ғаиләләр ағзаларына «Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер» Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы билдәләрен тапшырҙы.

Ижади коллективтар һәм солистар тамашасыларҙы сағыу концерт менән ҡыуандырҙы. Сара ҡунаҡтары оҫталыҡ дәрестәрендә, аквагрим зоналарында булды һәм иҫтәлеккә фотоға төштө.

Елена Петрова фотолары

Ғаилә йолаларының йылыһы
Ғаилә йолаларының йылыһы
Ғаилә йолаларының йылыһы
Ғаилә йолаларының йылыһы
Ғаилә йолаларының йылыһы
Ғаилә йолаларының йылыһы
Ғаилә йолаларының йылыһы
Ғаилә йолаларының йылыһы
Ғаилә йолаларының йылыһы
Ғаилә йолаларының йылыһы
Автор:Светлана Прокофьева
Читайте нас