Байрамдар
9 Июль , 08:00

Балалар йылмайыуы – именлек символы

Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә 2-се «Йондоҙсоҡ» балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бәләбәй районы буйынса бүлеге Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы инспекторы Алина Әмирова менән бергә «Хәүефһеҙ аҡ сәскә» акцияһын үткәрҙе.

Балалар йылмайыуы – именлек символыБалалар йылмайыуы – именлек символы
Балалар йылмайыуы – именлек символы

Тәрбиәселәр етәкселегендә мәктәпкәсә йәштәге балалар Ҡыҙыл урамында үтеп барыусы  водителдәрҙе Бөтә Рәсәй байрамы менән ҡотланы.

Акцияның төп бүләге – традицион Ғаилә көнө символы – аҡ сәскәләр. Ләкин ЮИДовсыларҙың барыһы ла үҙенсәлекле булды: һәр тажда бәхетле ғаиләләрҙең ҡиммәттәр яҙылған: ярҙам, хәстәрлек, мөхәббәт, ышаныс, йылмайыу, берлектәге эштәр һәм ғаилә байрамдары. Инспектор Алина Әмирова балалар менән бергә был сувенирҙы водителдәргә тапшырып, уларҙы ихлас ҡотланы һәм юлдағы хәүефһеҙлектең яҡындары хаҡында хәстәрлек күреүҙән башланыуын хәтергә төшөрҙө. Был эҫе көндә бик күп ғаилә парҙары һәм балалы әсәләр машиналарҙа уҙып барышлай туҡтатылды – бәләкәстәрҙән йылы һүҙҙәр уларға айырыуса оҡшаны.

Аҡ сәскәләрҙән тыш, улар водителдәрҙе сағыу һауа шарҙары менән ҡыуандырҙы һәм балаларса ихласлыҡ менән бергәләп фотоға төшөргә саҡырҙы. Бәләкәй инспекторҙарҙы күреп, үтеп барыусыларҙың йөҙҙәрендә йылмайыу балҡыны, ә һауала яҡшы кәйеф хакимлыҡ итте.

– Был беҙҙең тәүге ошондай сарабыҙ булды. Беҙгә бигерәк тә аҡ сәскәләр бүләк итеү һәм фотоға төшөү оҡшаны. Сәскәләребеҙҙең водителдәрҙе юлдағы күңелһеҙ хәлдәрҙән һаҡлауын, ә уларҙың өйҙәрендә бәхет һәм шатлыҡ булыуын теләйбеҙ, – тине Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы отряды тәрбиәләнеүселәре.

Елена Петрова фотолары

Балалар йылмайыуы – именлек символы
Балалар йылмайыуы – именлек символы
Балалар йылмайыуы – именлек символы
Балалар йылмайыуы – именлек символы
Балалар йылмайыуы – именлек символы
Балалар йылмайыуы – именлек символы
Балалар йылмайыуы – именлек символы
Автор:Алһыу Фәйезова
Читайте нас