

Биш йыл эсендә «Рәхәттә» сәләмәтлек һәм туризм буйынса халыҡ-ара форумы ҡунаҡсыллыҡ һәм медицина индустрияһы белгестәре өсөн әңгәмәләр, фәнни һәм күргәҙмәләр платформаһына әүерелде.
Быйыл ойоштороусылар әүҙем оҙон ғүмерлелек темаһына төп иғтибарҙы бүлмәксе. “Сәләмәтлек биләмәһе”ндә алдынғы медицина технологиялары буласаҡ. Унда һәр кем һаулығын бушлай тикшертә аласаҡ. Был үҙенсәлекле “киңлек” иртәнге сәғәт 10-дан киске 17 сәғәткә тиклем парктағы үҙәк аллеялағы тирмәләр павильонында эшләйәсәк. Төп күрһәткестәрҙән алып “йәшерен” хәүеф-хәтәргә тиклем белергә мөмкин буласаҡ:
* артериаль ҡан баҫымын, тән ауырлығын үлсәү һәм йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы хәлен беренсел баһалау;
* Сәләмәт оҙон ғүмерлелек медицинаһы үҙәгендә тикшерелеү. Бында йыш ҡына паспортта күрһәтелгәндән айырылған биологик йәшеңде билдәләп, хроник сирҙәр индикаторҙарын эҙләп, ваҡытынан алда ҡартайыу маркерҙарын асыҡлаясаҡтар. Ошо мәғлүмәттәргә ҡарап, туҡланыу, физик йәһәттән әүҙем булыу һәм ғүмер оҙайлылығын арттырыу өсөн процедуралар үткәреләсәк.
* Өфөләге 43-сө поликлиника терапевы ҡабул итәсәк һәм һаулыҡ менән бәйле һорауҙарығыҙға яуап бирәсәк. Әгәр ул берәй сирҙе асыҡлаһа, ентекле тикшереүгә ебәрәсәк.
* Ошонда уҡ төп анализдарҙы тапшырырға мөмкин буласаҡ. Бының өсөн бер нисә минут сарыф ителәсәк һәм һөҙөмтәләрҙең тиҙ арала әҙер булыуы профилле белгестәр менрән аралашыу мөмкинлеген аса.
* ВИЧ-инфекцияға аноним тест үткәреп буласаҡ. Республика СПИД-ты иҫкәртеү һәм уға ҡаршы көрәш үҙәге белгестәре ҡабул итәсәк. Был процедураны атҡарыу өсөн бер ниндәй ҙә документ талап ителмәй.
Фестивалдә, медицина өлөшөнән тыш, мунса мәҙәниәте лә күрһәтеләсәк. Маҡтаулы ҡунаҡтарҙың береһе, сабыныу оҫтаһы, Мунса эше академияһы уҡытыусыһы Иван Бояринцев киләсәк. Ул миндекте, еҫле майҙарҙы дөрөҫ файҙаланырға, мунсалағы һауа температураһын дөрөҫ файҙаланыу һәм башҡалар тураһында һөйләйәсәк.
Фестивалдә һеҙҙе шулай уҡ башҡорттарҙың мунса инеү йолалары мөхите, спорт ярыштары, милли аш-һыу көтә. Шуныһы ҡыуаныслы: бөгөн республикала сәләмәт тормош алып барыу, тыуған яҡты өйрәнеү төп брендтарҙың береһенә әйләнде.
0+