

Бынан һуң Һауа-десант ғәскәрҙәре ветерандары автомобилдәрендә «Ватанды һаҡлаусыларға» мемориаль комплексына үтте һәм Һауа-десант ғәскәрҙәре хөрмәтенә төҙөлгән иҫтәлекле ҡоролмаға сәскәләр һалды.
Бәләбәй районы хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев, район Советы рәйесе Сергей Лущиц һәм ветерандар советы рәйесе Александр Буйлов ошонда уҡ «Гранекс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте алып барған хәрби операцияла ҡатнашыусылар хөрмәтенә һәйкәл төҙөү барышы менән танышты.
Артабан муниципалитет етәкселәре Бәләбәйҙән МХО зонаһына гуманимтар ылау оҙатыуҙа ҡатнашты.
Александр Пономарёв, Зелюковтар һәм Александр Машнин биргән ике УАЗ автомобиле оҙатылды. Морат Шафиҡов (Халыҡ фронтынан) техника өсөн запас частар биргән. Авторезина, маскировка селтәрҙәре, ҡоро аштар, бал, гигиена саралары һәм һ.б. тейәп оҙатҡандар.
Йөктө МХО яугире Андрей Фёдоров ҡабул итте.
Приют ҡасабаһында десантсылар байрамы ойошторолдо, ул Һауа-десант ғәскәрҙәре ветерандарын ғына түгел, ирекмәндәрҙе, мәктәп уҡыусыларын, ауыл халҡын һәм ҡунаҡтарын да берләштерҙе. Ойоштороусыһы – «Көмбәҙ» Һауа-десант ғәскәрҙәренең хәрби туғанлығы.
Программаға тантаналы өлөш, Һауа-десант ғәскәрҙәре хөрмәтенә һәйкәлгә сәскәләр һалыу, спорт ярыштары, балалар өсөн викторина, ижади кешеләрҙең сығышы инде...
Ирекмәндәр эшмәкәрлеге һәм фронтҡа ярҙам иткәне өсөн десантсылар Ринат Солтанов (казачествонан «Тыл ирекмәне» миҙалы), Әлмир Сәйфуллин, Алексей Николаев һәм Данил Бирюков (хәрби частан «МХО-ға булышлыҡ иткәне өсөн» миҙалы) билдәләнде.
Наградлауҙы Һауа-десант ғәскәрҙәре подполковнигы Флүр Бәшәров үткәрҙе.
Бер нисә сәғәт дауамында Дан паркында йырҙар тынманы. Десантсылар шулай уҡ автоуҙыш ойошторҙо.
Илдең иң аҫыл егеттәре сираттағы тапҡыр үҙҙәренең ойошҡанлығын күрһәтте.
Фотолар А. Сәхәбиевтың сәхифәһенән; ирекмән А. Фәттәхованан