Байрамдар
15 Августа , 08:00

Рус һүҙен данлап

26 сентябрҙә Бәләбәй районында XXXVI Халыҡ-ара Аксаков байрамы үтәсәк, ул матди булмаған мәҙәни мираҫты һаҡлауға һәм рус әҙәбиәте оҫтаһы, йәмәғәт эшмәкәре һәм театр тәнҡитсеһе С.Т. Аксаковтың күп яҡлы ижадын асыуға йүнәлтелгән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Рус һүҙен данлапРус һүҙен данлап
Рус һүҙен данлап

Район хакимиәте байрамды үткәреү тураһында ҡарарҙы раҫланы: ойоштороу комитеты булдырылды, программа һәм ентекле планы әҙерләнде. Ҡарарҙың үтәлешен контролдә тотоу Бәләбәй районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Р.А. Вәлиевҡа йөкмәтелде.

Программа бай булырға вәғәҙә итә. Надеждин ауылында «Распахнись, душа! » фольклор байрамы ойошторола – бында төбәктәге халыҡ йолалары һәм үҙенсәлекле мәҙәниәте йәнләнәсәк. Райондың Үҙәк мәҙәниәт һарайында тантаналы «Өмөт ҡыңғырауҙары» әҙәби-музыкаль байрамы үтәсәк, ул һүҙҙе, музыканы һәм донъя әҙәбиәтендә сағыу эҙ ҡалдырған яҙыусы тураһында хәтерҙе берләштерәсәк. Мәҙәниәт һәм мәғариф учреждениеларында экскурсиялар, күргәҙмәләр, мәғлүмәт-ағартыу саралары үтәсәк.

Светлана Шириня

Автор:Светлана Шириня
Читайте нас