

2026 йылда сара Ҙур һәм татыу ғаилә йылы ҡанаты аҫтында үтә, был программала төп акценттарҙы билдәләй. 2011 йылдан алып уҙғарылған фестиваль ҡунаҡсыллыҡ, һөт продукцияһына һөйөү һәм ауыл хужалығы етештереүселәренең хеҙмәтенә хөрмәт символы статусын нығытты.
Йола буйынса, һәр ҡунаҡ байрам менән төп партнер – «Росмол» дәүләт компанияһының Стәрлетамаҡ филиалы («Беренсе тәм») биргән сәләмләү стаканынан таныша башлаясаҡ. Быйыл ойоштороусылар халыҡ яратып өлгөргән урындарҙы: һөт йәрминкәһен, фермер баҙарын, сыр кибетен, бал менән майҙансыҡтарҙы, «Ҡымыҙ ауылын» һәм «Экоауыл»ды ғына түгел, ә бер нисә яңылыҡ та әҙерләгән.
Фестивалдә тәүге тапҡыр ғаилә труппаһы сығыштары менән «Һөт циркы» күрһәтеләсәк, шулай уҡ 1,5 йәштән 4 йәшкә тиклемге иң бәләкәй ҡунаҡтар өсөн һауа тултырылған һыйырҙар менән «Быҙау сабыштары» интерактив зонаһы ойоштороласаҡ. Бынан тыш, теләгән һәр кемде «Зарарлы булған өсөн һөт» акцияһы көтә: 14 сәғәттән 18 сәғәткә тиклем «Спутник ФМ» радиоһының мобиль студияһында һаулыҡ өсөн зарарлы аҙыҡ-түлекте (фастфуд, тәм-том, газлы эсемлек һ .б.) файҙалы һөткә алмаштырырға мөмкин.
Балалар һәм өлкәндәр өсөн интерактив зоналар, оҫталыҡ дәрестәре һәм концерт майҙансыҡтары эшләйәсәк.
Сараға инеү ирекле. Сәғәт 10-да башлана. Уҙғарыу урыны үҙгәрешһеҙ ҡала – «Ҡашҡаҙан» мәҙәниәт һәм ял паркы. Республика халҡын һәм ҡунаҡтарын был көндө күңелле, тәмле һәм бөтә ғаилә өсөн файҙалы үткәрергә саҡырабыҙ!