Байрамдар
26 Августа , 06:00

Бәләбәйҙә һеҙҙе «Бал ҡорто туйы-2026» бал фестивале көтә!

29 августа «Старогородецкий» («Иҫке ҡала») үҙәгендә татлы байрам – «Бал ҡорто туйы-2026» фестивале үтәсәк! Уны урындағы ауыл хужалығы етештереүселәренә ярҙам итеү маҡсатында Бәләбәй районы хакимиәте ойоштора.

Бәләбәйҙә һеҙҙе «Бал ҡорто туйы-2026» бал фестивале көтә!Бәләбәйҙә һеҙҙе «Бал ҡорто туйы-2026» бал фестивале көтә!
Бәләбәйҙә һеҙҙе «Бал ҡорто туйы-2026» бал фестивале көтә!

Һеҙҙе нимәләр көтә:

 

 тәбиғи башҡорт балы һәм умартасылыҡ продукттары йәрминкәһе;

 

тәм-том, баллы кондитер изделиелары, башҡорт үләндәре йыйылмалары;

 

сувенирҙар һәм ҡулдан эшләнгән әйберҙәр;

 

 бал һәм хәл керетеүсе бал эсемлектәрен тәмләп ҡарау;

 

 балалар һәм өлкәндәр өсөн оҫталыҡ дәрестәре;

 

ижади коллективтарҙың сығыштары менән сағыу концерт программаһы.

 

Бөтә ғаиләгеҙ менән килегеҙ – тәмле, ҡыҙыҡлы һәм күңелле буласаҡ!

 

Урыны: «Старогородецкий» үҙәге, Бәләбәй ҡалаһы.

Автор:Светлана Шириня
Читайте нас