

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 36 йыл элек, 1990 йылда, Башҡорт Совет Социалистик Республикаһының дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителгәйне.
7 октябргә тиклем ауыл биләмәләре башлыҡтары, учреждение етәкселәре урамдарҙы, майҙандарҙы, биналарҙы сағыу биҙәүҙе тәьмин итергә тейеш.
7 һәм 10 октябрҙә Приют ҡасабаһында, 10 октябрҙә Бәләбәй ҡалаһында ауыл хужалығы йәрминкәләре үтәсәк.
6 октябрҙән 15-нә тиклем Бәләбәй районы биләмәләрендә мәҙәни, мәғариф, патриотик, физкультура-күмәк һәм спорт саралары үтәсәк.
9 октябрҙә 15 сәғәттә Үҙәк мәҙәниәт һарайында (8 октябрҙә 16 сәғәттә – Приют ҡасабаһы Мәҙәнииәт йортонда) Республика көнөнә арналған тантаналы байрам программалары үтәсәк, унда ҙур хеҙмәт уңыштары өсөн төрлө наградаларға лайыҡ булған тармаҡ хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләйәсәктәр.