

Старт алдынан велоспорт һөйөүселәрҙе Бәләбәй районы ветерандар советы рәйесе Александр Буйлов сәләмләне.
Старт Сәләмәтлек һуҡмағында бирелде. ЮХХДИ машинаһы оҙатыуында велосипедсылар 10-сы километр яғына юлланды, артабан Нефтселәр шоссеһы буйлап Сәләмәтлек һуҡмағына кире сыҡты, унан көйәрмәндәрҙең һоҡланып сәләмләүе оҙатыуында финишҡа етте.
Ярыштан һуң ойоштороусылар ҡатнашыусыларҙы аҙыҡ-түлек комбинаты директоры Сәйет Баһауетдинов биргән сәй һәм бәлештәр менән һыйланы.
Елена Петрова фотолары