

«Был сара беҙҙең матур традицияға әүерелде. Сираттағы тапҡыр кис ҡунаҡтарға бик күп хис - тойғолар, күңел йылыһы һәм шатлыҡ бүләк итте»,- тип уртаҡлашты «Урал батыр» һарайының методика бүлеге мөдире Алла Ильина.
Ул фойела уҡ килеүселәрҙе уңайлы мөхит ҡаршылауын билдәләне. «Ветеран» клубы һәм «Кудесница» берекмәһе хоры оҫталары ҡул эштәре күргәҙмәһе ойоштора, ул шунда уҡ бөтәһен дә байрамға көйләй.
Концерт программаһы гармониялы һәм символик була. «Эксперимент» студияһының йәш солистары үткән йылдар хиттарын виртуоз башҡара, тамашасыларҙы йәшлектәренә ҡайтара. «Ветеран» клубы хоры ағзалары, киреһенсә, ижадтың йәш сиктәрен белмәүен иҫбатлап, заманса репертуары менән хайран ҡалдыра. Солистар Валентина Ушакова һәм Андрей Сидоров «Әсә һәм ул» йырын тулҡынландырғыс итеп башҡара. Музыка тамашасыларға ғаиләгә һөйөү, Тыуған илгә тоғролоҡ һәм өлкәндәргә хөрмәт кеүек мөһим ҡиммәттәрҙе еткерә.
«Ләйсән» башҡорт йыры халыҡ ансамбле, «Балҡыш» татар фольклор ансамбле һәм «Илем» сыуаш фольклор коллективы сығыштары залдағыларҙы дәртләндерҙе. «Маковки» студияһының бәләкәй артистары һәм «Дуҫлыҡ» вокаль ансамбле ҡатнашыусылары ихласлыҡ менән ҡыуандырҙы һәм алҡыштарға күмелде. Светлана һәм Владимир Григорьевтар етәкселегендәге бейеү коллективтарының сағыу хореографик номерҙары кисәнең ысын биҙәге булды.
Ойоштороусылар әйтеүенсә, кисәлә ҡатнашыусылар үҙҙәре менән иң йылы һәм сағыу тәьҫораттар алып киткән. Музыка һәм ижад сәнғәтте баһалау һәм мәҙәни традицияларҙы һаҡлау ни тиклем мөһим икәнен иҫкә төшөрҙө.
«Урал батыр» һарайы фотолары