Байрамдар
10 Октября , 05:00

Уйнаһын ғына ҡурайым...

10 октябрҙә республикабыҙ рәсми рәүештә - Ҡурай көнөн, ә 11 октябрҙә Башҡортостан Республикаһы көнөн билдәләй.

Добавить в предпочтительные источники Google
Уйнаһын ғына ҡурайым...Уйнаһын ғына ҡурайым...
Уйнаһын ғына ҡурайым...

Байрамдар айҡанлы «Урал батыр» милли-мәҙәни һарайының Башҡорт мәҙәниәте үҙәге хеҙмәткәрҙәре 23-сө «Баҙлауыҡ» балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре өсөн «Ҡурай сәскә атҡан ер бит ул!» тип атап тематик сәғәт уҙғарҙы. Сабыйҙар өсөн мәҙәниәт менән танышыу сағыу образдарҙан башланды: уларға флаг төҫтәренең мәғәнәһе һәм герб тураһында һөйләнеләр, ҡурай сәскәһен күрһәттеләр һәм уның ете япрағы — ете ырыу берҙәмлеге һәм республика халыҡтары дуҫлығы символы икәнлеген аңлаттылар. Ҡурайҙы күреү балаларҙа айырыуса тәьҫир ҡалдырҙы. Улар уйын ҡоралын яҡындан күреп кенә ҡалманы, ә уны нисек эшләгәндәрен дә белде, шулай уҡ уның моңон да ишетте.

Тематик сәғәт башҡорт донъяһына ысын сәйәхәт булды

«Урал батыр» һарайы сәхифәһенән

Уйнаһын ғына ҡурайым...
Уйнаһын ғына ҡурайым...
Уйнаһын ғына ҡурайым...
Уйнаһын ғына ҡурайым...
Автор:Зульфия Гарифуллина
Читайте нас