Бөтә яңылыҡтар
Спорт
10 Февраль 2022, 13:00

Семен Елистратов – өсөнсө!

Яҡташыбыҙ Семен Елистратов шорт-трек буйынса ярыштарҙа үҙ көсөн һынаны.

Семен Елистратов – өсөнсө!
Семен Елистратов – өсөнсө!

Шорт-тректың 1500 метр арауыҡҡа ярыштарҙың А финалында барлығы 10 спортсы миҙалдар өсөн көс һынашты. Быға тиклем бындай хәлдең – шул сама спортсының бер юлы ҡатнашыуының – теркәлгәне булмаған. Семен Елистратов шәхси уҙыштарҙа бронза миҙалға лайыҡ булды! Беренсе урынды – Кореянан Тэ Хон Хван, икенсене Канаданан Стивен Дюбуа яуланы (ул Семен Елистратовты фотофиниш һөҙөмтәләре ярҙамында ғына үтә алды).

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Семен Елистратовты Пекинда шорт-трек буйынса 1500 метр арауыҡҡа ярыштарҙа бронза миҙал яулауы менән ҡотланы. «Семенды һәм барыһын да ҡотлайым!» – тип яҙҙы Радий Фәрит улы.

Фото: olympicsrus

 

Автор:
Читайте нас: