Бөтә яңылыҡтар
Спорт
19 Февраль 2022, 11:00

Башҡортостанда бер нисә спорт объекттары төҙөлә

Республикаға спорт объекттары төҙөү өсөн ил ҡаҙнаһынан 2 млрд һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән.

Башҡортостанда бер нисә спорт объекттары төҙөлә
Башҡортостанда бер нисә спорт объекттары төҙөлә

Өфөлә Көрәш һәм ишеү слаломы үҙәге, шулай уҡ футбол манежы төҙөлә. Улар баш ҡаланың 450 йыллыҡ юбилейына арналған объекттар була. Гимнастика үҙәген быйыл файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла. Бынан тыш, ҡала халҡы өсөн спорт майҙансығы булдырыу ниәте бар.

Министр Руслан Хәбибов белдереүенсә, спорт объекттары төҙөлөшөн реаль ваҡыт режимында күҙәтергә була. Онлайн трансляция Спорт министрлығы сайтында алып барыла.

Автор:
Читайте нас: