Бөтә яңылыҡтар
Спорт
1 Март 2022, 17:04

Донъя чемпионаты Рәсәйҙә үтмәйәсәк

Рәсәйҙә ир-егеттәр командалары араһында волейбол буйынса донъя чемпионаты уҙғарылмай. Был хаҡта Халыҡ-ара волейбол федерацияһының (FIVB) рәсми сайтында хәбәр ителә.

Донъя чемпионаты Рәсәйҙә үтмәйәсәк
Донъя чемпионаты Рәсәйҙә үтмәйәсәк

«Уны ҡабул иткән илдәр һуңыраҡ иғлан ителә», — тиелә хәбәрҙә.

Чемпионатты күсереүҙең төп сәбәбе — Украиналағы хәл.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, волейбол буйынса донъя чемпионаты 2022 йылдың август аҙағында Рәсәйҙең ун ҡалаһында, шул иҫәптән Өфөлә үтергә тейеш ине.

Автор:
Читайте нас: