Бөтә яңылыҡтар
Спорт
11 Март 2022, 13:00

«Салауат Юлаев» сирек финалда!

«Өфө-Арена»ла кисә «Салауат Юлаев» командаһы «Себер» менән бишенсе тапҡыр осрашты.

«Салауат Юлаев» сирек финалда!
«Салауат Юлаев» сирек финалда!

Матч хәл иткес булды. Юлаевсылар Гагарин кубогына сирек финалда алтынсы ҡатнашыусы тип танылды. Осрашыу «Салауат Юлаев» файҙаһына 3:2 иҫәбе менән тамамланды. «Себер» ҡапҡаһына шайбаларҙы Алексей Пустозеров, Егор Кузьмин һәм Николай Кулемин индерҙеләр.

Ярымфиналға сығыу өсөн командабыҙ Силәбенең «Трактор»ы менән көс һынашасаҡ.

Фото «Салауат Юлаев» хоккей клубынан

 

Автор:Зульфия Гарифуллина
Читайте нас: