Бөтә яңылыҡтар
Спорт
13 Март 2022, 11:00

Өфөлә ҙур биатлон ярыштары бара

Чемпионаттың тәүге көнөндә спринт ярышы ойошторолдо.

Өфөлә ҙур биатлон ярыштары бара
Өфөлә ҙур биатлон ярыштары бара

Ир-егеттәр араһында Белоруссиянан Антон Смольский – беренсе, уның яҡташы Дмитрий Лазовский икенсе урынға сыҡты. Өсөнсө урында – илебеҙ командаһынан Александр Логинов. Республикабыҙ спортсылары Александр Бабчин – 17-се,  Антон Бабиков – 23-сө, Эдуард Латипов – 24-се урында.

Ҡатын-ҡыҙҙар командаһына килгәндә, тәүге ике урынды Рәсәй спортсылары бүлеште: Ирина Казакевич финишҡа беренсе килде, икенсе урынға Кристина Резцова сыҡты. Ә өсөнсө урынды Беларусь Республикаһынан Ирина Лещенко яуланы.

Киләһе ярыштар иртәгә уҙа – эҙәрлекләү уҙышы.

Автор:Зульфия Гарифуллина
Читайте нас: