Бөтә яңылыҡтар
Спорт
23 Март 2022, 13:00

Башҡортостанда быйыл тәүге Геройҙар уҙышы уҙасаҡ

Башҡортостандағы «Патриот» хәрби-илһөйәрлек мәҙәниәт һәм ял паркында тәүге Геройҙар уҙышы быйыл июндә уҙасаҡ.

Башҡортостанда быйыл тәүге Геройҙар уҙышы уҙасаҡ
Башҡортостанда быйыл тәүге Геройҙар уҙышы уҙасаҡ

Был хаҡта Радий Хәбиров Рәсәй триатлоны федерацияһы президенты, Геройҙар Лигаһы һәм Геройҙар уҙышы  проекттары етәксеһе Ксения Шойгу менән осрашыуҙа белдерҙе.

Шишмә районында геройҙар әҙерләйәсәк биләмәлә әлегә иретеп йәбештереүҙән,  ә бер нисә айҙан – ярышыусыларҙан осҡондар осасаҡ. Шишмә районындағы Алкин - 2 ауылындағы Патриот паркында төҙөлөш эштәре ҡыҙған мәл. Тәүге уҙыш июнь айына тәғәйенләнә, тине Радий Хәбиров. Тимәк, хәрби патриотик майҙанды реконструкциялаусыларға ла ярыш тиҙлегендә  эшләргә тура киләсәк. 

Уҙышыусыларға 5 һәм 8 саҡрымлыҡ трассалар һалынасаҡ. Тәүгеһендә – 25, ә икенсеһендә 35 ҡаршылыҡты үтергә тура килә. Бында күләмле спорт саралары – Геройҙар уҙыштары чемпионаттарын ойоштороу ҡарала.

Шулай уҡ трассаны триатлон буйынса Башҡортостан  йыйылма командаһы күнекмәләр үткәреү өсөн файҙалана аласаҡ. Парк биләмәһе Авангард хәрби- патриотик лагеры менән бер комплекста урынлашҡан. Радий Хәбиров менән Ксения Шойгу казарманы төҙөкләндереү эштәрен ҡараны. Уҡыусылар бында беренсе июндә килә. Бер смена 200 уҡыусы һәм педагогты ҡабул итеүгә иҫәпләнә.

«Патриот» паркы экскурсиялар майҙансығы ла буласаҡ. Проект элекке хәрби часть биләмәһендә  тормошҡа ашырыла. Утлы зона, десантлы ҡала, партизан ауылы һәм башҡа объекттар булдырыу көтөлә. Паркты 2024 йыл аҙағынаса төҙөп бөтөү күҙаллана.

Фотолар асыҡ сығанаҡтарҙан

 

Башҡортостанда быйыл тәүге Геройҙар уҙышы уҙасаҡ
Башҡортостанда быйыл тәүге Геройҙар уҙышы уҙасаҡ
Башҡортостанда быйыл тәүге Геройҙар уҙышы уҙасаҡ
Автор:
Читайте нас: