Бөтә яңылыҡтар
Спорт
14 Апрель 2022, 11:00

Өфөлә гимнастика үҙәге асылды

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән Рәсәй спорт гимнастикаһы вице-президенты Светлана Хоркина Өфөләге гимнастика үҙәге мөмкинлектәрен ҡараны.

Өфөлә гимнастика үҙәге асылды
Өфөлә гимнастика үҙәге асылды

Баш ҡалала спорт гимнастикаһы үҙәге төҙөлөшөнә 2019 йылда нигеҙ һалынды. Тарихы ла бик үҙенсәлекле. 2018 йылдың октябрендә Ульяновск ҡалаһында үткән спорт форумында Өфөнән 7 йәшлек Дарья Крутько илебеҙ Президентынан гимнастика үҙәге төҙөүҙе үтенде. Владимир Путин уның теләген кире ҡаҡманы.

Ҡыйыу ҡыҙҙың хыялын тормошҡа ашырыуға 848 млн һум аҡса бүленде. Шуның 410 млн һумы федераль ҡаҙнанан. Объект Аврора урамында, элекке гараж кооперативы биләгән урында төҙөлдө. Гимнастика үҙәген техник асыу тантанаһында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән ике тапҡыр олимпиада чемпионы Светлана Хоркина ҡатнашты. Улар яңы спорт ҡоролмаһының мөмкинлектәрен юғары баһаланы. Бында гимнастика буйынса ярыштар уҙғарыу, күнекмәләр үткәреү өсөн бөтә шарттар булдырылған.

310 урынлыҡ зал, күнекмәләр һәм хореография залдары, буфет, медицина кабинеттары, реабилитация үтеү бүлмәләре, душ һәм административ биналар урынлашҡан. Дөйөм майҙаны 8 мең ярым квадрат метр самаһы. Үҙәктең 30 урынлыҡ ҡунаҡханаһы ла бар.

Бөтәһе бында 700 спортсыға гимнастика менән шөғөлләнеү мөмкинлеге булдырылған. Башҡортостан башлығы Рәсәй Президентына спортҡа биргән иғтибары өсөн тәрән рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе һәм спорт объекттары төҙөлөшөн буйынса пландары менән дә уртаҡлашты.

Фотолар асыҡ сығанаҡтарҙан

Өфөлә гимнастика үҙәге асылды
Өфөлә гимнастика үҙәге асылды
Өфөлә гимнастика үҙәге асылды
Өфөлә гимнастика үҙәге асылды
Автор:
Читайте нас: