Бөтә яңылыҡтар
Спорт
22 Май 2022, 13:00

«Өфө» Премьер-лигала уйнауҙы дауам итә

Рәсәй премьер-лигаһының Ҡазанда үткән 30-сы туры көсөргәнешле уҙҙы. Һуңынан Башҡортостан Башлығы «Өфө» футболсыларына ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.  

«Өфө» Премьер-лигала уйнауҙы дауам итә
«Өфө» Премьер-лигала уйнауҙы дауам итә

Футбол матчы хужалар өсөн ҡыуанысһыҙ тамамланды: «Рубин» командаһы «Өфө»нән 1:2 иҫәбенә еңелде һәм тарихта тәүге тапҡыр Премьер-лиганан төшөп ҡалды.

«Рубин» 39-сы минутта пенальтиҙан тәүге голды индерҙе, быны Виталий Лисакович тормошҡа ашырҙы. Ә «Өфө» командаһында гол хужалары –  Владислав Камилов (54-се минут) һәм Дилан Ортис (90-сы).

Уйын аҙағында арбитр Сергей Иванов «Өфө» ҡапҡаһына пенальти билдәләне, әммә Лисакович уны һөҙөмтәле башҡарманы.

«Өфө» лигала 30 мәрәй йыйған, 14-се урын яуланы һәм артабан Рәсәй премьер-лигаһында ҡалыу өсөн «Ырымбур» командаһы менән уйнаясаҡ. Матчтар 25 һәм 28 майҙа үтә.

«Рубин» 29 мәрәй менән 15-се урында һәм тәүге тапҡыр түбәндәге Футбол милли лигаһына күсте. Ҡазан командаһы Рәсәй футболының юғары дивизионында 2003 йылдан сығыш яһай.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәһендә «Өфө» уйынсыларын еңеү менән ҡотланы.

«Өфө» футболсыларына – афарин! Шул тиклем көсөргәнешле күршеләр осрашыуында «Рубин»ды еңделәр һәм артабан Рәсәй премьер-лигаһында уйнауҙы дауам итәсәктәр. Ысын ир-егеттәр көс-ҡеүәттәрен күрһәтте һәм аҙаҡҡа тиклем көрәште.

Барығыҙҙы ла ҡотлайым – егеттәрҙе, тренерҙарҙы, клуб етәкселеген!
Алға, Башҡортостан!» – тип яҙған республика етәксеһе.  

Фото: Радий Хәбировтың шәхси сәхифәһенән.

 

Автор:
Читайте нас: