Бөтә яңылыҡтар
Спорт
16 Июнь 2022, 13:00

«Өфө» футбол клубында яңы баш тренер

«Өфө» футбол клубы Сергей Томаровты баш тренер вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнеүе тураһында иғлан итте.

«Өфө» футбол клубында яңы баш тренер
«Өфө» футбол клубында яңы баш тренер

Ул Әшәлә команданы тәүге уҡыу-күнекмә сборына әҙерләй, тип хәбәр итә Өфө клубының ТГ-каналы.

Сергей Томаров менән бергә тренерҙар штабына Николай Сафрониди, Артур Шәйбәков һәм ҡапҡасылар буйынса тренер Ринат Камалов инде.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Сергей Томаров «Өфө» футбол клубына 2016 һәм 2018 йылдарҙа етәкселек иткәйне. 2020 йылда белгес «Өфө» футбол клубы мәктәбенең баш тренеры итеп тәғәйенләнде.

 

Автор:
Читайте нас: