Бөтә яңылыҡтар
Спорт
23 Июнь 2022, 11:00

«Спартак» командаһы киләһе чемпионаттан баш тартмаҡсы

Башҡортостандың футбол картаһында тағы ла бер клубтың юҡҡа сығыуы ихтимал. Туймазының «Спартак» командаһы киләһе чемпионаттан баш тартырға йыйына.

«Спартак» командаһы киләһе чемпионаттан баш тартмаҡсы
«Спартак» командаһы киләһе чемпионаттан баш тартмаҡсы

Бының сәбәбен клуб етәкселеге финанс ҡатмарлыҡтары менән бәйләй.

Ҡыҙыллы-аҡлылар былтыр ғына профессиональ дәрәжәгә эйә булды. Улар икенсе дивизионда сығыш яһап, тәүге миҙгелде 10-сы баҫҡыста тамамланы. Белгестәр билдәләүенсә, составында башлыса урындағы тәрбиәләнеүселәр уйнаған коллектив өсөн был бик яҡшы күрһәткес.

Өҫтәүенә, команда тулыһынса бюджеттан тыш финанслана. Әммә төп бағыусы һуңғы ваҡытта финанс яҡтан ҙур ауырлыҡтар кисерә. Шуға ла хужалар «Спартак» уйынсыларына яңы командалар эҙләргә ҡушҡан.

Автор:
Читайте нас: