Бөтә яңылыҡтар
Спорт
27 Июнь 2022, 11:00

Бәләбәйҙәр һыр бирмәне!

Нефтекамала «ГТО» Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексының республика йәйге фестивале тамамланды.

Бәләбәйҙәр һыр бирмәне!
Бәләбәйҙәр һыр бирмәне!

Бәләбәй районының йыйылма командаһы үҙ төркөмөндә, Яңауыл һәм Белорет спортсыларын артта ҡалдырып, беренсе урын алыуға өлгәште.

Бынан тыш, беҙҙең команда спортсыһы Камилла Ҡаһирова БР йыйылма командаһына инде. Ул көҙөн Артекта Бөтә Рәсәй кимәлендә сығыш яһаясаҡ. Камилла ҡыҙҙар араһында шәхси беренселектә еңде!

Ҡыҙҙар һәм малайҙар Бәләбәйҙең «Чемпион» спорт мәктәбендә шөғөлләнә.

Фестиваль «Демография» милли проектының «Спорт – йәшәү нормаһы» федераль проекты сиктәрендә уҙғарыла.

Регина Фәйезова материалы буйынса

Бәләбәйҙәр һыр бирмәне!
Бәләбәйҙәр һыр бирмәне!
Бәләбәйҙәр һыр бирмәне!
Автор:
Читайте нас: