Бөтә яңылыҡтар
Спорт
5 Сентябрь 2022, 10:05

Спорт берләштерә

Кисә Өфөлә үткәрелгән  халыҡ-ара марафонда 23 ил спортсылары ҡатнашты.  

Спорт берләштерә
Спорт берләштерә

Ошо сара айҡанлы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында хәбәр итте.

“Бөгөн Өфө халыҡ-ара марафоны 23 илдән спортсыларҙы берләштерҙе. Был – ҡайһы бер сит ил сәйәсмәндәренең дуҫтарса булмаған мөнәсәбәтенең күп илдәрҙең ябай граждандарында сағылыш тапмағанына дәлил. Беҙ үҙебеҙҙә, гражданлығына ҡарамай, барлыҡ спортсыларҙы күреүебеҙгә шатбыҙ.

Бөгөн үҙем дә йүгерҙем. Энергия һәм ыңғай хис-тойғо алдым. Граждандарыбыҙҙың спорт менән даими шөғөлләнеүе ҡыуандыра. Йыл һайын Башҡортостан халыҡ-ара спорт саралары үткәреү урынына әүерелә.

Беҙ физкультура менән шөғөлләнеү өсөн шарттар һәм инфраструктура ойоштороуға ҙур иғтибар бүләбеҙ. Быйыл Светлана Хоркина исемендәге Республика гимнастика үҙәге сафҡа инде, ул күптәргә оҡшаны ла инде. Көрәш үҙәге, Ишкәкле слалом комплексы, Фехтование үҙәге төҙөлә. Булған спорт объекттары әүҙем үҙгәртеп ҡорола.

Беҙ Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып “Ауыл тренеры” проектын башланыҡ. Уға ярашлы, ауылдарҙа эшләгән 100-ҙән ашыу тренерға торлаҡ һатып алыу йәки төҙөү мөмкин булды.

Быйыл тәүге тапҡыр күмәк кеше ҡатнашҡан физкультура сараларын үткәреү өсөн яңы гранттар барлыҡҡа килде. Өфө халыҡ-ара марафоны ла ошо конкурста еңеп сыҡты.

Спорт менән шөғөлләнегеҙ – был һаулыҡты нығытыу һәм әүҙем тормошто оҙонайтыу өсөн өсөн һөҙөмтәле ысул”, - тип яҙҙы Андрей Назаров.

 

Автор:
Читайте нас: