Бөтә яңылыҡтар
Спорт
15 Сентябрь 2022, 17:00

Өфөлә биатлон буйынса беренселек башлана

Иртәгә Өфөлә сәғәт 10-да Башҡортостан Республикаһының Олимпия резервы спорт мәктәбе комплексында 19-21 йәшлек спортсылар араһында Рәсәйҙең биатлон буйынса беренселеген асыу тантанаһы була.

Өфөлә биатлон буйынса беренселек башлана
Өфөлә биатлон буйынса беренселек башлана

«Башҡортостан Республикаһында биатлон – төп спорт төрҙәренең береһе. Беҙҙең спортсылар Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара ярыштарҙа призлы урындар яулай. Башҡорт биатлонының бай тарихы һәм ҙур киләсәге бар. Беҙ үҙебеҙҙә төрлө кимәлдәге ярыштарҙы үткәрергә әҙербеҙ. Рәсәйҙең биатлон буйынса беренселегендә ҡатнашыусыларға ҙур уңыштар, көс, түҙемлек һәм еңеүгә ныҡлы ихтыяр теләйбеҙ! Иң көслө спортсы еңһен!» – тип белдерҙе республиканың спорт министры Руслан Хәбибов.

Фото: БР Спорт министрлығы.

Автор:Зульфия Гарифуллина
Читайте нас: