Бөтә яңылыҡтар
Спорт
2 Ноябрь 2022, 15:00

9 алтын, көмөш һәм бронза

Туймазы ҡалаһында нәфис гимнастика буйынса «Көҙгө япраҡ ҡойолоу» ярыштары уҙҙы. Бәләбәй ҡалаһының «Чемпион» физкультура-спорт йүнәлешендәге учреждениеһының йәш гимнастары ла турнирҙа ҡатнашты.

9 алтын, көмөш һәм бронза
9 алтын, көмөш һәм бронза

Беҙҙең ҡыҙҙар тыуған ҡалаларына туғыҙ алтын, бер көмөш һәм бер бронза миҙалдар яулап ҡайтты.
– «Чемпион»да был секция ике йыл ярым ғына эшләй һәм унда минең тәрбиәләнеүселәрем шөғөлләнә, – тип һөйләй Бәләбәй командаһы тренеры Нина Федорова. – Ошо ҡыҫҡа ғына ваҡытта гимнастар яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. Беҙ шунса миҙалдар алырбыҙ, тип уйламағайныҡ та.

Хәҙер Нина Федорованың спортсылары икенсе ярышҡа әҙерләнә. Декабрҙә Яр Саллы ҡалаһында уҙасаҡ ул.

Регина Фәйезова материалы буйынса.

Фотолар  «Чемпион» учреждениеһынан

9 алтын, көмөш һәм бронза
9 алтын, көмөш һәм бронза
9 алтын, көмөш һәм бронза
9 алтын, көмөш һәм бронза
9 алтын, көмөш һәм бронза
Автор:
Читайте нас: