Бөтә яңылыҡтар
Спорт
13 Ноябрь 2022, 11:00

«Самбо – бик ҡыйыу кешеләр өсөн спорт төрө»

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров самбо буйынса Бөтә Рәсәй балалар турнирын асыуҙа ҡатнашты. Тантана Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгендә уҙҙы.

«Самбо – бик ҡыйыу кешеләр өсөн спорт төрө»
«Самбо – бик ҡыйыу кешеләр өсөн спорт төрө»

«Йондоҙ» турниры махсус хәрби операция ваҡытында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған Рәсәй Геройҙары Максим Серафимов, Тамерлан Илһамов һәм Игорь Нәсибуллин иҫтәлегенә арналды. 2007-2012 йылғы уҡыусылар араһында ойошторолған ярышҡа Рәсәйҙең 17 төбәгенән меңгә яҡын йәш самбосы килгән, шуларҙың 300-ҙән ашыуы Башҡортостандан.

Шулай уҡ үҙ көсөн Белоруссия вәкилдәре лә һынай.

– Ярышта ҡатнашыусыларға намыҫлы спорт көрәше, тренерҙарға тәрбиәләнеүселәренең оҫталығынан ҡәнәғәтлек алыуҙарын теләйем. Самбо – бик ҡыйыу кешеләрҙең спорт төрө. Барығыҙға ла еңеү теләйем, – тине турнирҙы асыу тантанаһында Башҡортостан башлығы.

 

 

Автор:
Читайте нас: