Бөтә яңылыҡтар
Спорт
7 Декабрь 2022, 13:00

Сәкәндәрегеҙҙе, тимераяҡтарығыҙҙы әҙерләгеҙ!

Ҡыш башланды, тимәк, көндәребеҙҙе саф һауала, файҙалы итеп уҙғарыу мөмкинлеге бар. Саңғысылар миҙгелдәрен асты инде,ә бына конькиҙа шыуырға яратыусыларҙыҡы алда әле.

Сәкәндәрегеҙҙе, тимераяҡтарығыҙҙы әҙерләгеҙ!
Сәкәндәрегеҙҙе, тимераяҡтарығыҙҙы әҙерләгеҙ!

Бәләбәй районы Социаль үҫеш идаралығының физик культура һәм спорт бүлеге начальнигы Эльвира Ҡаһирова һөйләүенсә, Бәләбәйҙә 17-се мәктәп эргәһендәге һәм 29-сы биҫтәләге (Морозов урамы) хоккей майҙансыҡтары эшләй башлаған.

Ҡаланың төп шыуғалағы миҙгел асырға әҙерләнә. «Киләһе ял көндәренә эштәрҙе бөтөрөргә тырышабыҙ», – тип билдәләне Эльвира Камил ҡыҙы.

Шулай уҡ ул спорт бүлегенең прокат өсөн 100 пар коньки һатып алырға ниәтләүен әйтте, килешеү төҙөлгән инде.

Районда йәмғеһе ете боҙ майҙансығы эшләйәсәк.

Регина Фәйезова материалы буйынса

 

Автор:Зульфия Гарифуллина
Читайте нас: