Бөтә яңылыҡтар
Спорт
25 Ғинуар 2023, 13:00

Февралдә Өфөгә 185 биатлонсы килә

Рәсәй беренселегенә һәм Бөтә Рәсәй ярыштарына Башҡортостандың баш ҡалаһына иң көслө биатлонсылар исемен яулау өсөн илдең 28 төбәгенән 19-21 йәшлек 185 спортсы килә.

Февралдә Өфөгә 185 биатлонсы килә
Февралдә Өфөгә 185 биатлонсы килә

Өфөлә юниорҙар араһында биатлон буйынса Рәсәй беренселеге һәм Бөтә Рәсәй ярыштары уҙғарыла. Был хаҡта «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына Башҡортостандың Спорт министрлығынан хәбәр иттеләр.

Ярыштар 3-10 февралдә биатлон буйынса олимпия резервы мәктәбенең спорт комплексында ойошторола.  Суперспринт, ҡатнаш эстафета һәм масстарт кеүек ярыштар була.  

Беренселектең һәм Бөтә Рәсәй ярыштарының яҡынса программаһы ведомствоның телеграм-каналында баҫылған.

 

Автор:
Читайте нас: