Бөтә яңылыҡтар
Спорт
27 Февраль 2023, 12:00

Юлаевсылар «Адмирал» менән уйнаясаҡ

1 мартта плей-офф уйындары башлана.

Юлаевсылар «Адмирал» менән уйнаясаҡ
Юлаевсылар «Адмирал» менән уйнаясаҡ

Кисә КХЛ-дың даими беренселеге уйындары тамамланып, Көнсығыш конференцияһында плей-оффтың  беренсе раундта уйнаясаҡ  парҙары билдәле булды.  

Көнсығышта командалар шул хәтлем тығыҙ урынлашҡайны, хатта һуңғы уйын һөҙөмтәһе буйынса ғына кемдең кем менән осрашасағы асыҡланды.

Шулай итеп, «Салауат Юлаев» командаһы «Металлург» клубын буллит серияһында еңеп, беҙҙең конференцияла икенсе урын яуланы һәм уйламағанда плей-оффта «Адмирал» менән осраша. Владивосток командаһы КХЛ-да һигеҙ миҙгел уйнап, үҙ тарихында өс тапҡыр плей-оффта ҡатнаша һәм өсөһөндә лә беренсе раундты үтә алмай. Өфөләр менән улар тәүгә осрашасаҡ.

Автор:
Читайте нас: