Бөтә яңылыҡтар
Спорт
18 Июнь 2023, 15:00

«Өфө»лә яңы баш тренер

Яңыраҡ «Өфө» командаһына элекке Белоруссия йыйылма командаһы һәм «Локомотив» клубы уйынсыһы Сергей Гуренко баш тренер итеп тәғәйенләнде.  

«Өфө»лә яңы баш тренер
«Өфө»лә яңы баш тренер

50 йәшлек белгес, заманында төрлө командаларҙа уйнап, ярайһы ғына уңышҡа өлгәшкән. Әйтәйек, «Локомотив» клубы менән Рәсәй чемпионы исемен һәм Рәсәй кубогын яулаған. Шулай уҡ Италия менән Испания командаларында уйнап, Италия беренселеге чемпионы һәм Испания кубгына эйә булған.

Тренер ярҙамсыһы булып «Краснодар», «Амкар», «Спартак» (Нальчик), Бельгияның «Стандард» һәм дә Сербия йыйылма командаһында эшләй.

Белеүегеҙсә, «Өфө» футболсылары башта Премьер-лиганан һәм быйыл беренсе лига менән дә хушлашып, киләһе миҙгелдә Рәсәйҙең икенсе лига беренселегендә уйнаясаҡ.

Фото: ТАСС. 

Автор:
Читайте нас: