Бөтә яңылыҡтар
Спорт
30 Июнь 2023, 11:00

Спорт өлкәһендәге ҡаҙаныштар һәм физкультураға тос өлөш индергән өсөн премия булдырылды

Башҡортостанда спорт өлкәһендәге юғары ҡаҙаныштар һәм физик культураға тос өлөш индергән өсөн республика премияһы булдырылды. Республика хөкүмәтенең тейешле ҡарары рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Спорт өлкәһендәге ҡаҙаныштар һәм физкультураға тос өлөш индергән өсөн премия булдырылды
Спорт өлкәһендәге ҡаҙаныштар һәм физкультураға тос өлөш индергән өсөн премия булдырылды

Документта билдәләнеүенсә, спорт премияһының маҡсаты - спортсыларҙың, тренерҙарҙың, физик культура һәм спорт өлкәһендәге белгестәрҙең һәм ойошмаларҙың профессиональ эшмәкәрлеген дәртләндереү.

Спорт премияһы конкурс һөҙөмтәләре буйынса район һәм ҡала бюджеттарына йүнәлтелә. Шәп спортсыларҙы, тренерҙарҙы һәм белгестәрҙе асыҡлауҙан һәм уларға ярҙам итеүҙән тыш, Башҡортостандың башҡарма власть органдарын, муниципалитеттарҙы, төбәк спорт федерацияларын һәм киң мәғлүмәт сараларын спортҡа һәм сәләмәт йәшәү рәүешен үҫтереүгә йәлеп итеү уның төп бурысы булып тора.

Ҡалаларға һәм райондарға положениеға ярашлы 2 миллион һум күләмендә премия бирелә. Ойошмаларға - 1,5 миллион һум, спорт федерацияһына ла шунса уҡ. Спорт ветерандары, тренерҙар һәм журналистар 200-шәр мең һум премия менән билдәләнһә, адаптив спортта мәшғүл тренерҙарға 250 мең һум түләнә.

Башинформ

 

Автор:
Читайте нас: