Бөтә яңылыҡтар
Спорт
24 Октябрь 2023, 14:07

Республикабыҙҙан игеҙәк тенниссылар — халыҡ-ара БРИКС уйындары чемпиондары

Башҡортостандан игеҙәктәр Михей һәм Виктор Сидоровтар Дурбанда (ЮАР) халыҡ-ара БРИКС уйындарында уңышлы сығыш яһаны. Спортсылар коляскала теннис буйынса команда ярыштарында алтын миҙал яуланы, тип хәбәр иттеләр республиканың Спорт министрлығынан.

Республикабыҙҙан игеҙәк тенниссылар — халыҡ-ара БРИКС уйындары чемпиондары
Республикабыҙҙан игеҙәк тенниссылар — халыҡ-ара БРИКС уйындары чемпиондары

Ярышта рәсәйҙәр бөтәһе 59 миҙал алды, улар араһында 35 алтын, 12 көмөш һәм 12 бронза. Түбәнерәк баҫҡыстарҙа — Ҡытай (55 миҙал), ЮАР (51) һәм Һиндостан (27) йыйылма командалары, тип белдерҙеләр Башҡортостандың спорт министрлығында.

Бынан алдараҡ Виктор һәм Михей Сидоровтар «Икар-2023» коляскала теннис буйынса халыҡ-ара турнирҙың финалында сығыш яһағайны, тип хәбәр итте «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2023-10-24/bratya-tennisisty-iz-bashkirii-stali-chempionami-mezhdunarodnyh-igr-briks-3490678

Фото:Башҡортостан Спорт министрлығының телеграм-каналы

Автор:по материалам ИА "Башинформ"
Читайте нас: