Спорт
19 Августа 2025, 06:00

Бәләбәйҙәр – өҫтәл теннисы буйынса ауыл спорт уйындары еңеүселәре!

15-16 августа Краснокама районында Башҡортостан Республикаһының ауыл спорт уйындары үтте. Республиканың 22 районынан иң яҡшы спортсыларҙы йыйған өҫтәл теннисы буйынса турнир был ярыштарҙың сағыу ваҡиғаларының береһе булды.

Бәләбәйҙәр – өҫтәл теннисы буйынса ауыл спорт уйындары еңеүселәре!Бәләбәйҙәр – өҫтәл теннисы буйынса ауыл спорт уйындары еңеүселәре!
Бәләбәйҙәр – өҫтәл теннисы буйынса ауыл спорт уйындары еңеүселәре!

Бәләбәй районы командаһы шәплеген күрһәтте, уның составына Алексей Шулепов, Илдар Зарипов һәм Гүзәл Татлыбаева инделәр. Уларҙың яйға һалынған уйыны һәм һөнәрилеге, Туймазы, Яңауыл һәм Бөрө командаларын артта ҡалдырып, беренсе урын яуларға мөмкинлек бирҙе.

Тренер Юрий Иваничкин тәрбиәләнеүселәренең әҙерлеген юғары баһаланы:

– Был ярыштар ысын спорт һәм дуҫлыҡ байрамына әүерелде. Беҙҙең спортсылар ныҡышмалы хеҙмәт һәм эштәренә тоғролоҡтоң юғары һөҙөмтәләргә килтереүен күрһәтте.

Ю. Иваничкин фотолары

Бәләбәйҙәр – өҫтәл теннисы буйынса ауыл спорт уйындары еңеүселәре!
Бәләбәйҙәр – өҫтәл теннисы буйынса ауыл спорт уйындары еңеүселәре!
Бәләбәйҙәр – өҫтәл теннисы буйынса ауыл спорт уйындары еңеүселәре!
Автор: Регина Фаизова
Читайте нас