Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
9 Февраль , 14:00

Батыр образы еңде!

Башҡорт бүреге менән ҡурай һәм, әлбиттә, оҫталыҡ еңеү килтерҙе!

Батыр образы еңде!
Батыр образы еңде!

«Салауат Юлаев» һаҡсыһы Алексей Василевский Континенталь хоккей лигаһының Йондоҙҙар матчында «Иң яҡшы буллит» номинацияһында еңеүсе булды.

Еңеүсе тауыш биреү юлы менән билдәләнде. Хоккей яратыусылар күпселек тауыш менән башҡорт музыка ҡоралы менән буллитты һайланы.

Буллитты уйнаған саҡта Алексей Василевский ҡапҡасы янына килеп, ҡурайҙа уйнай башланы,  ҡапҡасы бейеп китте һәм Алексейға шайбаны ҡапҡаның буш яғына ебәрергә генә ҡалды.

«Бер көн эсендә, буллитта ҡатнашыуымды белгәс, уйлап таптыҡ. Батыр образын эшләргә булдыҡ, бүрек кейҙек, башҡорт мәҙәниәтен күрһәтеү өсөн ҡурай алдыҡ. Буллитым өсөн тауыш биргәнегеҙ өсөн рәхмәт», – тине Алексей.

Турнир һөҙөмтәләре буйынса Өфө хоккейсылары Алексей Василевский, Семён Вязовой һәм Александр Жаровский сығыш яһаған Урал командаһы өсөнсө урын яуланы.

Фотолар: КХЛ / рәсми сайт

Батыр образы еңде!
Батыр образы еңде!
Автор:
Читайте нас