Спорт байрамы Сәләмәтлек һуҡмағында уҙасаҡ, көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана.
– Бәләбәй районының ветерандар советы ғәҙәттәгесә иң йәш һәм иң оло йәштәге ҡатнашыусыға бүләктәр тапшырасаҡ. Быйыл да саңғысыларҙың әүҙем һәм татыу ғаиләһе өсөн бүләк булдырҙыҡ. Ветерандарҙы ҡатнашыусы йәки көйәрмән сифатында саңғы ярыштарын хупларға саҡырабыҙ, – тип хәбәр итте ветерандар советы рәйесе Александр Буйлов.