Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
3 Март , 13:00

Саңғы спорты фестивале көтә

7 мартта көндөҙгө сәғәт 12-лә Сәләмәтлек һуҡмағында Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһында Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналған саңғы спорты фестивале була.

Саңғы спорты фестивале көтә
Саңғы спорты фестивале көтә

Положениеға ярашлы, командала 4 кеше – ике ир-егет һәм ике ҡатын-ҡыҙ булырға тейеш. Һәр береһенең составында йә етәксе, йә уның урынбаҫары булыу мотлаҡ.

 

Старт ете төркөм буйынса үткәрелә:

  1. Мәктәп һәм балалар баҡсалары хеҙмәткәрҙәре командалары. Икенсе итеп команда составына атай кешене саҡырырға мөмкин.
  2. Урта махсус һәм юғары уҡыу йорттары командалары.
  3. Предприятиелар, ойошмалар, коллективтар хеҙмәткәрҙәре командалары.
  4. Район, ҡала хакимиәттәре хеҙмәткәрҙәре һәм депутаттар командалары.
  5. Ауыл биләмәләре хакимиәттәре хеҙмәткәрҙәре командалары (командала хакимиәттә эшләмәгән, әммә биләмәлә йәшәгән бер ҡатнашыусы булыуы рөхсәт ителә).
  6. Ветерандар һәм пенсионерҙар командалары.
  7. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр командалары.

Һәр этап өсөн дистанция – 1 саҡрым.

Ғаризалар 5 мартта киске сәғәт 6-ға тиклем электрон почтаға ҡабул ителә: belsportkom@mail.ru.

Саңғы спорты фестиваленә ҡушылыу һәм ваҡытты бик яҡшы үткәреү мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырмағыҙ!

 

Автор:  Регина Фаизова
Читайте нас